Иренмәһәң, ауылда йәшәп була11.07.2012
Иренмәһәң, ауылда йәшәп булаҒафури районында оло юлдан ситтәрәк урман ҡуйынында урынлашҡан, әммә даны алыҫ тарафтарға таралған Яңы Бурлы тигән ауыл бар. Бында йылҡы малын үрсетеү, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар бик уңай. Элгәре үҙҙәре хеҙмәт һалған совхоз баҙар тулҡынына ҡаршы тора алмағас, бурлылар бер ҙә юғалып ҡалмаған. Күптәре үҙаллы хужалыҡ итеүгә тотонған. Ауылда бөгөн йылҡы малы аҫрамаған, умарта тотмаған шәхси ихата ла юҡтыр. Уңған ғаиләләр күптән техникаһын да һатып алған, хатта ҡайһы бер йүнсел кешеләрҙең икешәр тракторы бар.
Ҙур булмаған ауыл элек-электән ҡымыҙ яһау оҫталары менән дан тота. Һөйләүҙәренсә, һуғышҡа ҡәҙәр Яңы Бурлы Калинин исемендәге колхозға ҡараған. 30-сы йылдар уртаһында унда ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалғандар. Шуныһы ҡыуаныслы: бында әлегәсә матур традицияны һаҡлап ҡалғандар. Эшһөйәр ауыл халҡы бөгөн дә шул кәсептең серен онотмаған. Мәшәҡәтле эш тип тормай, үҙҙәренең ҡымыҙ фермаһын булдырған, шәхси хужалыҡтар сихәтле эсемлекте һатыуға сығара.

“Беҙҙең ҡымыҙҙың тәмен Мәскәүҙә лә беләләр”


Яңы Бурлыла беҙ иң башта ауыл аҡһаҡалы, инде унынсы тиҫтәһен ваҡлаған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Исмәғил ағай Фәхретдиновтың хәл-әхүәлен белештек. Ғүмер буйы йылҡы малы ҡарап, хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәгән ил уҙаманы бөгөн дә сәләмәтлегенә зарланмай.
Ошо ауылда тыуып үҫкән егетте 1941 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Ул ике ай хеҙмәт иткәндән һуң һуғыш башлана. Тәүге көндән үк Исмәғил яуыз дошман менән ҡанлы бәрелешкә инә. 1942 йылдың йәйендә Калинин тирәһендә барған аяуһыҙ һуғышта ҡаты йәрәхәтләнә.
— Йәнәшәмдәге иптәшем һәләк булды. Ә мин ауыр яраландым, — тип иҫкә төшөрҙө яугир. — Госпиталдә алты ай яттым, ләкин унда ныҡлап терелтә алманылар. Шулай һуғышта ғәрипләнеп, ауылға ҡайтып төштөм. Өйҙә әсәйем яҡшылап тәрбиәләп мине аяҡҡа баҫтырҙы.
— Ғүмер буйы хужалығыбыҙҙа йылҡы малы аҫраныҡ. Бәләкәй саҡта әсәйем менән бергә ҡымыҙ яһай торғайныҡ. Шунан бирле был шөғөлдө ташлағаным юҡ. Тормош иптәшем менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Бөгөн уларҙың етеһе иҫән. Ейәндәрем һәм бүләләрем генә өс тиҫтәнән ашыу. Тик бына ҡартинәләре донъя ҡуйғанға байтаҡ йылдар үтте. Хәҙерге көндә кесе ҡыҙым Венера һәм Альберт кейәүем менән йәшәйем, Себерҙән беҙҙе ҡарарға тип ҡайтҡайнылар. Минең һөнәрҙе улар дауам итә. Ҡыҙым менән кейәүемде ҡымыҙ яһау серенә үҙем өйрәттем. Әле лә уларҙы кәңәштәремдән өҙмәйем.
— Беҙ шифалы эсемлекте бәләкәйҙән тәмләп үҫтек, шуға уның мөғжизәле үҙенсәлектәрен яҡшы беләбеҙ, — тип һөйләшеүгә ҡушыла Венера. — Тәүҙә ҡымыҙҙы үҙебеҙ өсөн генә яһап, ҡунаҡҡа ҡайтҡан туған-тыумасаны һыйлай торғайныҡ. Хәҙер сихәтле эсемлекте һатыуға ла сығарабыҙ. Былтыр мин 11 бейә һауҙым. Үҙебеҙ биш йылҡы малы тотһаҡ, шуның өсөһө — һауын бейәһе. Ҡымыҙ етештереүҙә беҙ күп йылдар инде “Ағиҙел” ауыл хужалығы предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Йәй улар бер өйөр бейәне ҡуртымға бирә. Бергәләшеп эшләү ике яҡ өсөн дә отошло. “Ағиҙел”дең бәрәкәтле ерҙә тир түккән механизаторҙары йәй буйы ҡымыҙ менән һыйлана. Ә беҙ әҙерләгән эсемлекте тирә-яҡта маҡтайҙар. Сөнки уны атайымдың рецебы буйынса яһайбыҙ.
— Йылҡы үрсетеү, бейә һөтө етештереү һеҙгә яҡшы ғына килем килтерә торғандыр?
— Йәй көнөнә 40 – 50 литр ҡымыҙ яһайбыҙ. 1,5 литрлыҡ шешәләге шифалы эсемлекте 140 – 150 һумға һатабыҙ. Хәҙер күп кешеләр ҡымыҙ менән дауаланыу, сәләмәтлеген нығытыу хаҡында ҡайғырта. Май айынан башлап көҙгә ҡәҙәр уны эскән кешеләр бар. Хатта йәй ҡымыҙ етмәй ҙә ҡала. Әле бына ҡымыҙ яһай башламанығыҙмы, тип Мәскәүҙән шылтыраттылар. Беҙ етештергән шифалы эсемлектең тәмен Финляндияла, Югославияла, шулай уҡ Америкала ла беләләр. Яҡташыбыҙ Эльвира Әһлиуллина нефть университетын тамамлап, АҠШ-ҡа эшкә киткән. Тыуған яғына ҡайтһа, тик беҙҙең ҡымыҙҙы ғына эсә. Ҡайһы берәүҙәр бейә һөтөн Мәскәүҙә йәшәүсе туғандарына самолет менән ебәреп тора. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы клиенттарыбыҙ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Йәй туристар ҙа беҙгә ҡымыҙ һорап килә.
Венера менән Альберттың уңғанлығы һәр кемде һоҡландыра. Улар шәхси ихаталарында ишле мал аҫрай. Хужабикә ике һыйыр һауа. Ул килгән кешеләргә йомғаҡлы майын, йылы ҡаймағын да тәҡдим итә. Үҙҙәренең техникаһы булғас, ҡыҙыу эш осоронда бесән әҙерләү ҙә ауырға төшмәй. Былтыр лизингка яңы “Беларусь” тракторы алып ҡайтҡандар. Квартал һайын 14 мең һум түләп баралар. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, булдыҡлы хужаларҙың ҡулынан килә. Умартасылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнәләр. Фәхретдиновтар үҙҙәренә тейешле 8,5 гектар пай ерен бүлеп алыуға өлгәшкән. Был мәсьәләлә хакимиәт башлығы үҙе уларға ярҙам ҡулы һуҙған.
Һөйләшеп ултырғанда Исмәғил ағайға күңелде өйкәгән һорауымды бирмәй ҡала алманым.
— Ҡымыҙ етештереү хаҡында һүҙ сыҡһа, районда Яңы Бурлынан башҡа бер ерҙе лә телгә алмайҙар. Нишләп Еҙем, Мәндем буйҙарын төйәк иткән башҡорт ауылдарында, Сәйетбаба, Имәндәш яҡтарында ҡымыҙ яһаусылар күренмәй?
— 30-сы йылдарҙа Сәйетбабала оҫта ҡымыҙсылар була торғайны. Колхоз заманында кешеләрҙәге йүнселлекте юҡҡа сығарырға маташтылар бит. Хәҙер крәҫтиәнгә яңынан ирек бирҙеләр-биреүен. Тик халыҡта ялҡаулыҡ көслө. Ә ҡымыҙ эшләүҙең мәшәҡәте күп. Әлбиттә, бай тарихлы ҙур башҡорт ауылдарында боронғо кәсебебеҙҙе бөтөнләй онотоуҙары бик тә үкенесле.

Эшлекленең эше бар


Яңы Бурлыла Мырҙағоловтар ҙа ваҡ тауарлыҡлы хужалығында йылҡы малы аҫрай, бынан тыш, улар ҙур умарталыҡ та тота. Ғаилә башлығы Риф Ғата улы ҡасандыр “Ғафури” совхозында эшләгән, ситтән тороп Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау техникумын тамамлаған. Ҡатыны Эльза сығышы менән Кушнаренко яғынан. Шундағы техникумда бухгалтерлыҡҡа уҡып сыҡҡас, уны эшкә “Ғафури” совхозына ебәрәләр ҙә инде. Бер-береһенә ҡарата ғишыҡ утында янған йәштәр 1983 йылда сәстәрен сәскә бәйләй.
— Ҙур тормош тәжрибәһенә эйә булыуыбыҙ беҙгә баҙар мөнәсәбәттәрендә үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итте, — ти Эльза ханым. — 2000 йылдар башында үҙ эшебеҙҙе асып ебәрҙек. Йылҡысылыҡ һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә булдыҡ. Умарта күсен 15-20 башҡа еткерҙек. Шунан бейә һөтөнән ҡымыҙ яһай башланыҡ. Элекке совхоздың ташландыҡ ат һарайы бар ине — шуны ҡуртымға алдыҡ.
— Тик үҙебеҙ етештергән шифалы эсемлекте рекламаларға кәрәк ине. Аптырап ҡалманым — яңы бешкән ҡымыҙҙы өс шешәгә тултырҙым да район хакимиәтенә юлландым. Әммә ярҙамсылары мине башлыҡ янына индерергә теләмәй. Хәйләләшергә тура килде. Мин әйтәм, үҙемдең йомош менән йөрөмәйем, эшкә бәйле мәсьәләне хәл итергә килдем, тим. Башлыҡҡа инеү менән үҙемдең хәбәрҙе һалдым: “Яңы Бурлы ауылынан Эльза Мырҙағолова булам, һеҙгә үҙебеҙҙең хужалыҡта етештерелгән ҡымыҙҙы алып килдем”. Ул минең һүҙгә шунда уҡ ышанманы. “Районда ҡымыҙ эшләгән кешеләр бармы ни ул?” — тип ҡуйҙы. Шунан эсемлекте тәмләп ҡараны. Ике көн үткәс, һауыттарын күтәреп, ҡымыҙ алырға үҙе килде. Продукцияны рекламалауҙа башлыҡтың ҡул арты еңел булды.
Әлеге көндә Мырҙағоловтар үҙ фермаһында йылҡы малын 27 башҡа еткергән. Хужабикә телгә алыуынса, быйылғы миҙгелдә 11 бейә бәйләргә иҫәп тоталар. Эштең рәтен яҡшы белгәнгә улар ҡымыҙҙы ла шулай йылдан-йыл күберәк етештерә.
— Һаулығын ҡайғыртҡан кешеләр шифалы эсемлекте теләп ала, — ти Эльза. — Мин 1,5 литрлыҡ шешәгә ҡойолған ҡымыҙҙы 120-130 һумға һатам. Беләһегеҙме, былтыр беҙ етештергән бейә һөтөн Германияла тәмләп ҡаранылар, алдан заказ биреп, 30 литрға яҡын ҡымыҙҙы килеп алып киттеләр. Кемдер беҙҙән йылҡы итен, ҡаҙылығын алырға теләй. Былтыр дүрт тай һуйҙыҡ. Йылҡы малынан тыш бер нисә баш һыйыр тотабыҙ. Һөт аҙыҡтарын район үҙәгенән, Стәрлетамаҡтан килеп алалар. Йыл әйләнәһенә бер нисә баш йәш һыйыр малын һуғымға һимертәбеҙ. Хужалығыбыҙҙа ваҡ мал да күп, һарыҡ әле 40 башҡа тула торғандыр. Эше барҙың ашы ла бар.
Риф Мырҙағолов 2010 йылда яңы “МТЗ-80” тракторы алған. Уны 10 йылда бүлеп түләү шарты менән биргәндәр. Хәҙер йәйгеһен мал аҙығы әҙерләүҙә улар ҡул көсөн ҡулланмай тиерлек. Хатта ауылда иң беренселәрҙән булып бесән преслаусы яйланма ла алып ебәргәндәр.
Яңы Бурлының уңған эшҡыуары быға тиклем 39 гектар ер биләгән. Уның 15 гектарында бер йыллыҡ үлән үҫтергәндәр, ҡалған майҙанды сабынлыҡ итеп файҙаланғандар. Шуға хужалыҡ йыл һайын яҡшы сифатлы мал аҙығы әҙерләй. Быйыл Риф Мырҙағолов тағы 30 гектар ер биреүҙәрен һораған. Эшенең һөҙөмтәләре күренгәс, уға районда ҡаршы килмәгәндәр.
— Ә хосусилаштырыу барышында үҙебеҙгә тейгән пай ерҙәрен алмағанбыҙ әле, — ти ул. — Хәҙерге көндә “Урожай” күмәк хужалығы шуның файҙаһын күрә. Ниңә уңдырышлы пай ерҙәрен үҙебеҙгә алып эшкәртмәҫкә? Ауыл егеттәре менән шул хаҡта уйланабыҙ. Хәҙер закон да пай хужаларына шундай хоҡуҡ бирә. Быйыл өлгөрмәй ҡалһам да, алдағы йыл үҙебеҙгә тейешле ерҙә ыҙан һалып, шул маҡсатымды мотлаҡ ғәмәлгә ашырасаҡмын.
Әле эшҡыуар “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” инвестиция программаһына инеү ниәте менән янып йөрөй. Уның бизнес-проектына районда ла ыңғай баһа биргәндәр. Мырҙағоловтар иң тәүҙә үҙҙәренең ҡымыҙ фермаһы янында һыйыр аҙбары төҙөргә ниәтләй.
— Программаға эләкһәк, төҙөлөшкә киткән сығымдарҙың 60 процентын хөкүмәт ҡаплаясаҡ, тоҡомло мал һатып алғанда субсидия менән ярҙам итәсәктәр, — ти Риф Ғата улы. — Крәҫтиән өсөн бик тә яҡшы проект. Киләсәктә ғаилә һөтсөлөк фермаһында һауын көтөүе 24-25 баштан кәм булмаҫ, тип торабыҙ. Хәҙер ауыл иҡтисадын үҫтереүгә дәүләт яғынан да тейешле иғтибар бар. Шуны ғына әйтке килә: иренмәһәң, ауыл ерендә рәхәтләнеп йәшәргә була. Эшләй белгән кешегә хөрриәт бөгөн. Урман ҡуйынындағы ауылда беҙ үҙебеҙҙе тәбиғәт балалары кеүек хис итәбеҙ, байлыҡты ла үҙебеҙҙең хәләл көс менән табырға өйрәнгәнбеҙ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ,
“Башҡортостан”дың махсус хәбәрсеһе.
Ғафури районы.


Вернуться назад