Өфө балалар филармонияһы скверын 20 метрлыҡ яңы йыл шыршыһы биҙәй10.11.2026

Бөгөн Өфө балалар филармонияһы алдындағы скверҙа Совет районының төп яңы йыл ҡупшыҡайын ҡуйҙылар. Был хаҡта муниципалитет башлығы Айҙар Бәҙғетдинов хәбәр итте.

Фото: Айҙар Бәҙғетдинов | Мах

Уның һүҙҙәренсә, яңы йыл шыршыһын Нуриман районынан килтергәндәр, уның йәше — 40 йылдан ашыуыраҡ, ә ағастың бейеклеге – 20 метр. Күпереп торған ботаҡтары һынмаһын өсөн юлға сығыр алдынан шыршыны ипләп кенә бәйләгәндәр. Скверҙа урман һылыуҡайын яңы йыл персонаждары ҡаршы алған.

«Яңы йыл шыршыһы ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына байрам кәйефе бүләк итһен, күңелле осрашыуҙар урыны булһын һәм балаларыбыҙҙы ҡыуандырһын!» — тип билдәләне Айҙар Бәҙғетдинов.


Вернуться назад