Республикала көндәр йылыта10.11.2026

Иртәгә Башҡортостанда +4 градусҡаса йылыта. Был хаҡта синоптиктар мәғлүмәтенә һылтанма менән Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 11 ноябрҙә Башҡортостан биләмәһендә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә республикала, көндөҙ урыны менән епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы фаразлана.. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ -1, +4°.

«Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк», — тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.

Иртәгә Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә епшек ҡар һәм ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә 0, -2°, көндөҙ +2, +4°.



Вернуться назад