Башҡортостандың Ситуация үҙәге БР Башлығының Тура бәйләнеш көнөндә эш графигы тураһында хәбәр итте

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан халҡына Тура бәйләнештә Радий Хәбировҡа һорауҙы БР Ситуация үҙәге аша ла бирергә мөмкин икәнен иҫкә төшөрҙөләр.
28 октябрҙән бында 1300-ҙән ашыу һорау килгән.
Ситуация үҙәге менән нисек бәйләнешкә инергә:
11 ноябрҙә, Тура бәйләнеш көнөндә, операторҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән алып эфирҙың аҙағынаса бәйләнештә була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш-2026 11 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляция БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиостанцияһында, шулай уҡ Радий Хәбировтың рәсми социаль селтәрҙәрендә алып барыла.
Республика етәксеһенә һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында, МАХ милли мессенджерында, «Бәйләнештә» йәки «Класташтар»ҙа чат-боттар ярҙамында, шулай уҡ +7 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙары буйынса БР Ситуация үҙәге операторҙарына шылтыратып бирергә була.