10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана09.11.2026

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар аса. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«10 ноябрҙән Azur air авиакомпанияһы Рәсәйҙең алдынғы туроператорҙары менән Өфөнән чартер рейстарын башлай. Йүнәлештәр Пхукет (Таиланд) һәм Хамбантоту (Шри-Ланка)», — тиелә Өфө аэропорты белдереүендә.

Осоштар 12 көнгә бер тапҡыр 336 пассажир һыйҙырышлы Boeing 767-300 самолеттарында башҡарыла.

 



Вернуться назад