Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап алтынсы сәйәхәткә ююланды. Кисә байрамса биҙәлгән состав Бөйөк Устюгтан юлға сыҡты, тип хәбәр итә илдең төп ҡышҡы тылсымсыһы каналы.
«Вологодчина әкиәте бөтә илде берләштерә! Алда тылсымлы составта — 65 ҡаланың перрондары һәм 24 мең километрлыҡ оҙон юл — Рус Төньяғынан һәм Поляр аръяғынан Себергә, Уралға, Волга буйына һәм илдең үҙәк төбәктәренә тиклем», — тиелә Мах мессенджерында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, составты тәүгеләрҙән булып иртәгә Инта ҡалаһында ҡаршы алалар. Өфөгә поезд 10 декабрҙә килә, 11 декабрҙә Туймазыла туҡтай. Ҡыш бабай поезы командаһы Яңы йылды – Ярославлдә, ә Раштыуаны Санкт-Петербургта ҡаршылай. Мәскәүҙә тылсымлы состав һәр ваҡыттағыса ике көнгә – 2 һәм 3 ғинуарҙа туҡтала. Программа 9 ғинуарҙа Бөйөк Устюгта тамамлана.