Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды09.11.2026

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды

Фото: Рида Әхмәтйәнова | «Башинформ» өсөн

Ғафури районының Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды. Район башлығы Венер Вәхитов хәбәр итеүенсә, һәйкәл махсус операцияла ҡатнашыусы Айрат Хәлитовтың тәҡдиме менән һәм уның аҡсаһына ҡуйылған.

Мемориалдың гранит плитәһендә 428-се полктың штурм взводында хеҙмәт иткән һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Ғафури ир-егеттәренең исемдәре уйып яҙылған.

«Мораҡ ауылы егете Айрат Хәлитов — барыбыҙ өсөн дә илһөйәрлек һәм ысын хәрби туғанлыҡ өлгөһө. Ул һалдат дуҫлығының хаҡын һәм әсе юғалтыуҙы белә. Мобилизация иғлан ителгәндән һуң Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫты. Уҡсынан алып взвод командирына тиклем юл үтте, бер нисә наградаға лайыҡ булды, ҡаты яралар алды», — ти хәбәр итте Венер Вәхитов.

Әйткәндәй, Өфөлә Республика батальондары скверы булдырылды.



Вернуться назад