Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр һәм һирәк осраған исемдәр исемлеген яңыртты.
Ҡыҙҙар араһында иң популяр исем – Амелия. Республикала 349 сабыйға ошондай исем бирелгән. Икенсе урында – Эмилия (294), артабан Йәсминә (287), София (275) һәм Ева (260) килә.
Малайҙар өсөн йышыраҡ Әмир исемен һайлайҙар (431 бала). Тәүге бишәү иҫәбендә шулай уҡ Тимур (313), Әмир (311), Михаил (279) һәм Мирон (268).
Һирәк осраған исемдәргә килгәндә, ҡыҙ балаларға Нәркәс, Йәннәт, Нусайба, Илзида һәм Лилит тип ҡушҡандар. Малайҙарға Арас, Айлим, Риан, Фотех һәм Артур, Александр исемдәрен һайлағандар.