«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Яңы йүнәлеш сәйәхәт итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдыра: тура маршрут осоу ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм пассажирҙарҙың уңайлылығын арттырырға мөмкинлек бирә.
«Өфө – Пхукет маршруты буйынса осоштар датаһы: 6 һәм 30 ноябрь, 11 һәм 23 декабрь, 4, 16, 28 ғинуар, 9 һәм 21 февраль, 18 ноябрь — Өфө – Краби (Пхукет урынына)», — тиелә Өфө халыҡ-ара аэропорты белдереүендә.
Юлға 8 сәғәт 20 минут ваҡыт китә.
Расписание, тарифтар һәм осоу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте авиакомпанияның рәсми сайтында йәки партнер-агрегаторҙарҙан алырға мөмкин.