Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза скульптураһын ҡойоу башлана.

«Барыбыҙ ҙа көтөп алған тарихи мәл был, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында. — Шул уҡ ваҡытта һәйкәл тирәһендәге территорияның нисек буласағы тураһында уйлайбыҙ – ул да күптән яңыртыуға мохтаж».
Радий Хәбиров төҙөкләндереү варианттарының береһен күрһәтте. Был концепцияны әҙерләгәндә Башҡортостандың ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты ҡатмарлы рельеф шарттарында төҙөлгән парктарҙың донъялағы иң яҡшы өлгөләренә таянған. Барлыҡ элементтарҙы ла ябай булмаған, әммә бик ҡыҙыҡлы ландшафтҡа индереү мөһим.
«Деталдәрен тағы асыҡлайбыҙ әле, әммә хәҙер үк иң мөһимен әйтергә мөмкин. Беҙ кешеләр өсөн фонтандар, ял итеү зоналары, панорама күренештәре менән күҙәтеү майҙансыҡтары, йөрөргә һәм ваҡытты яҡшы үткәрергә мөмкин булған башҡа биләмәләр менән яңы киңлек булдырырға планлаштырабыҙ. Беҙҙә бындай эш тәжрибәһе бар — күптән түгел асылған Ленин исемендәге парк. Шуға күрә беҙ ҡайһы йүнәлештә барырға кәрәклеген беләбеҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе. – Салауат Юлаев һәйкәле – Башҡортостан символы. Ул һәр ваҡыт Өфөнөң иң танылған иҫтәлекле урыны булды һәм булып ҡала, унда республикабыҙҙың бөтә ҡунаҡтары килә. Һәйкәл тирәһендәге майҙан уға тура килергә – матур, уңайлы, заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш».