Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай06.11.2026

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Фото: Юрий Феклистов | проекттың матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн

Яҡташыбыҙ Рамаҙан Басимовтың сығышын Беренсе каналда  «Голос. Дети» телешоуының 13-сө миҙгелендә ҡарарға мөмкин. Эфир 6 ноябрҙә 10 тула 15 минутта (12+) башлана.

Рамаҙан Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән, уға 13 йәш. Быйыл Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы музыка мәктәбенең бюджет бүлегенә уҡырға ингән.

Проекттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы сығарылышта «Голос»та бығаса булмаған хәл була. Бер йәш таланттың номеры яҡшы мәғәнәлә «системаны емерә» һәм был миҙгел башынан алып иң драматик эпизод булғандыр, моғайын.

Шулай уҡ Сергей Жилин тәүге тапҡыр үҙен вокал супершоуы алып барыусыһы ролендә һынап ҡараны, ул «Голос» сәхнәһендә йырлап та күрһәтте.

Әлеге көндә командаларҙа буш урындар бик аҙ, остаздарҙың талаптары арта, ә йәш конкурсанттарға ауырыраҡ була бара.




Вернуться назад