Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республиканың дәүләт автоинспекцияһы М-5 «Урал» федераль автомобиль юлында автобустар, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорттары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү тураһында хәбәр итә.
Сикләү Туймазы һәм Бүздәк райондарында (1281-1360-сы километрҙа) индерелде.
Был ғәмәл һауа шарттарының ҡырҡа үҙгәреүе менән бәйле. Трассаның айырым участкаларында ҡар, боҙлауыҡ күҙәтелә.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы шәхси транспортта тораҡ пункттарҙан ситкә сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Водителдәрҙе иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ тиҙлекте һайларға һәм алыҫлыҡты үтәргә саҡыралар.
Сикләү һауа торошо яҡшырғансы ғәмәлдә ҡала.