Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй05.11.2026

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм һорауҙар йыйыу дауам итә.

Фото: хеҙмәткәрҙәр | БР Республикаға идара итеү үҙәге

Бөгөн, 5 ноябрҙә, Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм БСТ телеканалының күсмә студияһы төбәктең төньяҡ-көнсығышында эшләй.

Салауат районында йәшәүселәр республика Башлығына һорауҙарын Малаяҙ ауылында Район мәҙәниәт йортоноң яҙҙыра ала. Адресы: Коммунистик урамы, 47 — иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Дыуан районының Дыуан ауылында һорауҙар яҙҙырыу Советтар Союзы Геройы С.А. Михляев исемендәге мәктәптә ойошторола. Адресы: С. А. Михляев урамы, 13 – көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляция БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиостанцияһында, шулай уҡ Радий Хәбировтың рәсми социаль селтәрҙәрендә бара.

Республика етәксеһенә һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында, МАХ милли мессенджерында, «Бәйләнештә» йәки «Класташтар»ҙа чат-боттар ярҙамында, шулай уҡ +7 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙары буйынса БР Ситуация үҙәге операторҙарына шылтыратып бирергә була.



Вернуться назад