«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар башҡара.

Даими рейстар аҙнаһына ике тапҡыр: йома һәм йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла. Юлда осоу ваҡыты – 4 сәғәт 55 минут. Осоштар Boeing 737-800 самолетында башҡарыла.
Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «Победа» Башҡортостандың баш ҡалаһын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең ҙур ҡалаһы менән тоташтырған икенсе авиакомпания булды. FlyDubai авиакомпанияһы ла Өфөнән Дубайға даими осоштар программаһын үтәй.