Республиканың таулы райондарында ҡар яуа05.11.2026

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфө – Белорет трассаһында ҡар яуа. Социаль селтәрҙәрҙә ҡар ҡаплаған юлдың видеоһы менән уртаҡлашалар. Видео авторҙары йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алмаштырып өлгөрмәгән водителдәргә алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Кадрҙа күренеүенсә, трассала хәл, ысынлап та, ҡатмарлы.

Башинформ яҙғанса, алдағы көндәрҙә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә.



Вернуться назад