Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 5 ноябрҙә урыны менән ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар ныҡ тайғаҡ.
Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын, ләкин көндөҙ урыны менән көсәйеүе ихтимал. Температура һиҙелерлек түбәнәйә. Төндә термометр бағанаһы 0, -2°, аяҙытҡанда -7° тиклем төшә. Көндөҙ һауа 0, +5° тиклем генә йылына.
6 һәм 7 ноябрҙә көндәрҙең һалҡын тороуы фаразлана. Төндә температура -2, -7°, көндөҙ 0, +5°. Юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡлана, епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.
ЮХХДИ водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға, хәүефһеҙ тиҙлекте һайларға һәм дистанцияны һаҡларға кәңәш бирә. Йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәрәк.