Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә03.11.2026

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Фото: «СУРСИС» муниципаль бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте | социаль селтәрҙәр

Өфөлә ҡышҡы осорға әҙерлек барышында күперҙәр һәм юл үткәргестәр алдында сәғәтенә 3,24 «Максималь тиҙлекте сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләү» юл билдәләрен ҡуйыу башланды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.

Ҡыш көнө күперҙәрҙә хәрәкәт тиҙлеген сикләү ҡар яуғанда һәм боҙлауыҡ ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн кәрәк.

Башинформ хәбәр иткәнсә,ҡышҡы осорҙа Башҡортостан юлдарында меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителә.




Вернуться назад