4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды03.11.2026

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә поликлиникаларҙың һәм дауаханаларҙың эш графигын иғлан итте.

Поликлиникалар 4 ноябрҙә шәмбе графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем эшләй. Шулай уҡ был көндө фильтр-бокстарҙа грипп, ОРВИ һәм коронавирус билдәләре булған пациенттарҙы ҡабул итәләр.

4 ноябрҙә диспансеризация, профтикшереү үтергә, өлкәндәр грипҡа ҡаршы прививка яһатырға мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары ғәҙәти режимда эшләй. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар УЗИ-скрининг үтә ала. Неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалдары ла ҡабул ителә (Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41).

Льготаға эйә булғандарға байрам көнөндә «Башфармация» дарыуханаларының эш графигы буйынса рецепт буйынса дарыуҙар, махсус дауалау туҡланыуы һәм медицина изделиелары бирелә.

 







Вернуться назад