Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы03.11.2026

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәй президенты Владимир Путин Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министрлыҡтың сикке штат һанын билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, ул 307 944 кеше тәшкил итә, был элекке күрһәткестән 843 кешегә күберәк.

Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.



Вернуться назад