Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне03.11.2026

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы судтарына 17 яңы судья тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Республиканың Юғары суды составына бер юлы алты яңы судья инде: Ольга Алексеева, Рәмил Ғиззәтуллин, Татьяна Кислова, Алексей Окишев, Фидел Хәсәнов.

Өфөлә район судтары судьялары тәғәйенләнде: Дим районында — Ирина Сәлихова, Калинин районында — Розалиә Әсфәндиәрова, Ленин районында — Әнүәр Нафиҡов, Орджоникидзе районында — Эльвина Хәзиәхмәтова, Киров районында — Елизавета Кузнецова һәм Ольга Скрипникова, Совет районында — Айгөл Әхмәлетдинова, Артур Хисмәтуллин һәм Лилиә Хөсәйенова.

Республика ҡалаларында ла яңы судьялар раҫланды: Нефтекамала — Артур Хамматов, Салауатта — Альбина Шәрәева, Стәрлетамаҡта — Олеся Әхмәтова.

Райондарҙа район-ара судтар составы яңыртылды: Благоварҙа — Ильвира Байғужина, Стәрлебашта – Ольга Алехина.

 



Вернуться назад