Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы02.11.2026

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы. Волга буйы федераль округында төрлө халыҡтарҙың традицияларын ҡәҙерләп һаҡлайҙар, бер-береһенең мәҙәниәтен һәм динен хөрмәт итәләр, тип билдәләне ул.

«Был байрам беҙгә иң мөһиме хаҡында һөйләй: Рәсәйҙең яҙмышы илде яҡларға һәм уның киләсәге өсөн эшләргә әҙер булыуыбыҙға бәйле. Тыуған илгә һөйөү төрлө быуын, милләт һәм дин кешеләрен берләштерә, һынауҙарҙы еңеп сығырға һәм дөйөм маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Ғаиләләрҙә мөхәббәт һәм татыулыҡ булһын, дөйөм эштәр тыуған төйәк һәм тотош Рәсәй өсөн яңы мөмкинлектәр асһын», — тип билдәләне Комаров.


Вернуться назад