Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 9 айында ҡаршы һыҙатҡа сығыу 87 юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған, 42 кешенең ғүмере өҙөлгән, 138-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шуға бәйле ошо осорҙа дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәүефле юл участкаларында контролде көсәйтә.
Водителдәрҙе хәүефле маневрҙарҙан һәм башҡа уҙып китеүҙән тыйылырға саҡыралар, бигерәк тә машинала балалар булһа.