Лауреаттар иҫәбендә – Стәрлетамаҡтан Лиана Фәтҡуллина.

Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһында III «Милләт һаулығына индергән өлөшө өсөн — 2026» халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Лауреаттар иҫәбендә – юғары категориялы участка табибы-терапевы, Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылы амбулаторияһы мөдире Лиана Фәтҡуллина.
Лиана Фәтҡуллина 1997 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, 1998 йылдан табип, ә 2006 йылдан участка терапевы булып эшләй. Бөгөн ул Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһының ауыл амбулаторияһы етәксеһе, пациенттарҙы ла ҡабул итә. Уның эше профилактика һәм диспансер күҙәтеүе, ауыл халҡына ярҙам итеү, күсмә тикшереүҙәр һәм йәш табиптарҙы өйрәтеүгә ҡайтып ҡала.
Премияны ойоштороусы – Атҡаҙанған табиптар һәм остаздарҙың милли ассоциацияһы. Эксперт советын Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Виктор Егоров етәкләй.