Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды30.10.2026

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанда 28 октябрҙән 27 ноябргә тиклем йөк транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт аҡиғаларын иҫкәртеү буйынса махсус саралар уҙғарыла.

БР Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, статистика хәүефкә һала: ағымдағы йылдың 9 айында республикала йөк машиналары ҡатнашлығында 171 юл фажиғәһе теркәлгән. Аварияларҙа 56 кешенең ғүмере өҙөлгән, 192 кеше имгәнгән.

Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙең эскәнме-юҡмы икәнен, шулай уҡ танытмаһы булыу-булмауын тикшереүҙе көсәйтте. Машиналарҙың техник торошо (диагностик карталар, тахографтар), водителдәрҙең эш һәм ял режимын үтәүе контролдә тотола.



Вернуться назад