Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына күсеү сәбәпле үҙ вазифаһын ҡалдырҙы.

Бөгөн Илона Макаренконы Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре менән таныштырҙылар. Был хаҡта «Башинформ»ға юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров һүҙҙәренсә, уның тәжрибәһе һәм энергияһы яңы уңыштар килтерергә тейеш.
Илона Анатольевна — билдәле эксперт, уның хоҡуҡ фәнен һәм мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө, шулай уҡ Хоҡуҡ институтының иң яҡшы традицияларының күсәгилешлеге гарантияһы беҙҙең университет өсөн бик мөһим», — тине Захаров.
Юридик фәндәр докторы, профессор Илона Макаренко 2009-2019 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры, ә 2019-2023 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләй. 2023 йылдан – Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры.
Илона Макаренконың кандидатураһын ноябрҙә ҡарарға йыйыналар.