Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була30.10.2026

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республикала ноябрь айының климат нормаһынан йылыраҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта Рәсәй Гидрометеорология үҙәге хәбәр итә.

Прогнозға ярашлы, уртаса айлыҡ һауа температураһының яҡынса -3,4° (был норманан 1° юғарыраҡ, ул -4,4°тәшкил итә). Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм ғәҙәттәгенән аҙыраҡ: айлыҡ миҡдары норманан 30-50 миллиметрҙан түбәнерәк була.

Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостан күгендә Ай менән Юпитерҙың яҡынайыуы хаҡында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад