Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы республика райондары һәм ҡалаларының хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составына үҙгәрештәр индергән указға ҡул ҡуйҙы. Документ законлы көсөнә инде.
Указға ярашлы, комиссиялар сафына яңы хәрби комиссарҙар, БР буйынса Эске эштәр министрлығы вәкилдәре, муниципалитет һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре индерелде.
Белорет, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Кушнаренко, Нуриман, Туймазы, Шишмә, Яңауыл, Әбйәлил, Асҡын, Ишембай, Ҡариҙел һәм Стәрлетамаҡ райондарында, шулай уҡ Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы яңыртылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙы йыл дауамында йәғни 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡыралар.