Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә студияһы республика Башлығы менән Тура бәйләнешкә видеомөрәжәғәттәр яҙҙырыу өсөн Краснокама районының Николо-Березовка ауылының үҙәк мәҙәниәт йортонда эшләне.

Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдарҙы ремонтлау, йорттарға һәм тораҡ пункттарға газ үткәреү, йәмәғәт киңлектәрен һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү, шулай уҡ ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам сараларына ҡағыла.
Күсмә студияға ауыл советы депутаттары, махсус операция ветерандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, педагогтар һәм аграрийҙар килде, бигерәк тә «көмөш» йәштәге граждандар әүҙем.
Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең федераль идаралығы етәксеһе Ильяс Сәғитов һүҙҙәренсә, күсмә студия — халыҡ менән власть араһында яңы коммуникация форматы. Бында сифатлы ролик төшөрөү өсөн профессиональ камералар, яҡтылыҡ, микрофондар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар бар.

«Яҙҙырылған мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла тура эфирҙа күрһәтелмәй, әммә иң мөһиме, уларҙың барыһы ла иғтибарға алына. Белгестәр һорауҙарҙы туплай, системалаштыра һәм анализлай, һуңынан һәр проблеманы хәл итеүҙе контролдә тота», — тине Ильяс Сәғитов.
Иртәгә, 30 октябрҙә, студия Бәләбәйҙең «Урал батыр» милли мәҙәниәттәр һарайына килә. Бында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем Радий Хәбировҡа һорау бирергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш-2026 11 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляция БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиостанцияһында, шулай уҡ Радий Хәбировтың рәсми социаль селтәрҙәрендә бара.
Республика етәксеһенә һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында, МАХ милли мессенджерында, «Бәйләнештә» йәки «Класташтар»ҙа чат-боттар ярҙамында, шулай уҡ +7 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙары буйынса БР Ситуация үҙәге операторҙарына шылтыратып бирергә була.