Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә29.10.2026

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Әммә оҙайлы ял көндәре булмай.

Ноябрь башында Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә. Шаршамбы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ял итәбеҙ.

Байрам аҙна уртаһына тура килә – был мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, яҡындарыбыҙ менән бергә ваҡыт үткәреү өсөн шәп мөмкинлек. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының производство календарына ярашлы, шишәмбе, 3 ноябрь – байрам алды көнө, шуға эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.



Вернуться назад