Архив документтарында 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашып, 1836 — 1839 йылдарҙа уҡ әле иҫән-һау булған мишәр яугирҙәренең исем-фамилиялары һаҡланған. 1-се мишәр алайында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙе атап үтәйек.
Ауырғазы районы:
Райондың хәҙерге биләмәһендә урынлашҡан ауылдар 2-се мишәр кантоны составында булған. Шулар араһында Туҡай, Атйетәр, Мөҡсин, Боҙаяҙ, Ҡорманай, Балыҡлыкүл, Солтанморат, Талбазы, Кәлсер-Буран, Кәбәс, Зәит, Нағаҙаҡ һәм башҡа ауылдар бар. Иң ҙурҙарынан 1795 йылда Солтанморатта, мәҫәлән, 408, 1816 йылда Ҡорманайҙа 444 мишәр көн күргән, Атйетәрҙә — 300 мишәр.
Солтанморат ауылынан:
1. Дәүләтша Бикмәтов
2. Бикбулат Тимербаев
3. Хәрби старшина Ғәбит Абдуллин
4. Йөҙ башы Мөхәмәтйән Рәжәпов
5. Мөхәмәтйән Исмәғилев.
Боҙаяҙ ауылынан:
1. Ибраһим Бикмәтов
2. Зәйнулла Ишмәтов
Ҡорманай ауылынан:
1. Йөҙ башы Шәмсетдин Ҡәҙеров
Дәүләкән районы:
Ватан һуғышы алдынан хәҙерге район биләмәһендә 5 мишәр ауылы булған: Суйынсы, Имай-Ҡарамалы, Бик-Ҡарамалы, Ташлытамаҡ, Искәндәр (Айыркүл). 1795 йылда Суйынсыла 592, Имай-Ҡарамалыла 241, Бик-Ҡарамалыла 292, Ташлытамаҡта 1816 йылда 152 мишәр көн күргән, Искәндәрҙә — 150.
Суйынсынан һуғышта ҡатнашҡандар:
1. Хәбибулла Сәйетов (1821 йылда вафат булған)
2. Фәтҡулла Абдулханов (1828 йылда вафат булған)
3. Рәхмәтулла Мөхәмәтрәхимов
4. Ғәбит Айытов
5. Ильяс Йомашев
6. Рәхмәтулла Рәсүлев
7. Ишдәүләт Биктимеров
8. Яҫауыл Шәриф Шәфиев
9. Мөхәмәтйән Шәфиев
10. Мөхәмәтйәр Шәфиев
11. Дауыт Мөкәйев
12. Сәлих Сәйетборханов.
4-се мишәр кантонынан һуғышта 1-се мишәр алайы сафында ҡатнашып, 1836 йылда иҫән-һау булған туғыҙ яугирҙең исеме билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың йәшәгән ауылдарын асыҡлап булманы. Шулай булһа ла уларҙың исем-шәрифтәрен әйтеп үтәйек.
1. Хәрби старшина (майор) Абдулхәйет Абдулбасиров
2. Йөҙ башы Әбдрәшит Хәбибуллин
3. Йөҙ башы Ниғмәтулла Тайсынов
4. Урядник Абдулнасир Мусин
5. Урядник Мөхәмәт-Әмин Мөхәмәтрәхимов
6. Харунжий Абдул-Насир Зәйнәшев
7. Харунжий Абдул-Латиф Хәбибуллин
8. Ябай казак Әсфәндиәр Сәғитов
9. Ябай казак Батырша Нариманов.
Бынан тыш, 1-се мишәр алайында хеҙмәт иткәндәр:
1. Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан Абдулҡадир Мансуров
2. Сыйырышбаш ауылынан харунжий Ғайнан Зәйнетдинов
3. Шул уҡ ауылдан уның туғаны урядник Сәлих Зәйнетдинов
4. Күсәрбай ауылынан (ул бөгөн картала юҡ) йөҙ башы Ҡорбанғәли Солтанморатов. Икенсе сығанаҡта был ауыл Стәрлетамаҡ районына ҡарай тип яҙылған. Ләкин унда мишәрҙәр йәшәмәгән һәм бөгөн дә юҡ.
5. Миәкә районы Өршәкбаш ауылынан харунжий Сәйфетдин Хөсәйенов
6. Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан урядник Ибраһим Мөхәмәтшин.
2-се мишәр алайы яугирҙәрен барлайыҡ. Әйтеп үтеүебеҙсә, улар Польшаны, Германияны Наполеон ғәскәренән азат итеүҙә, Парижды яулап алыуҙа ҡатнашҡан.
Кушнаренко районы:
Һуғыш алдынан район биләмәһендә мишәрҙәр Субай, Илмырҙа, Ҡалтай, Йомран, Ғөмәр, Мортаза, Ҡаҙарма, Ҡараса-Йылға, Әхмәт, Туҡмаҡлы һәм башҡа ауылдарҙа башҡорттар, татарҙар һәм типтәрҙәр менән бергә көн күргән. Ҡараса-Йылға ауылында, мәҫәлән, 1795 йылда 86 башҡорт, 284 мишәр йәшәгән. Әхмәт ауылында 98 башҡорт һәм 163 мишәр көн иткән. Туҡмаҡлыла 1795 йылда 85 башҡорт һәм 437 мишәр иҫәпләнгән. Ҡалтайҙа 1816 йылда 600 мишәр һәм 30 типтәр йәшәгән.
Һуғышта ҡатнашҡандар:
1. Әхмәт ауылынан урядник Сәйфулла Ҡорбанғәлиев
2. Ҡараса-Йылғанан Яңауыл-Ҡаһарман Уразлин
3. Ҡалтай ауылынан урядник Рәхмәтулла Йәрмөхәмәтов
4. Туҡмаҡлынан Ғирфан Ҡотлоғәлләмов.
Шишмә районының Сәлих ауылынан:
1. Харунжий Әхмәт Зәйнетдинов
2. Ильяс Хисаметдинов
3. Яҫауыл Абдулнасир Әбүзәров.
Сәфәр ауылынан:
1. Йөҙ башы Тимербай Тимерйәнов
2. Урядник Мозафар Хәмитов
3. Урядник Фәйзулла Сәйфетдинов.
Ҡалмаш ауылынан:
1. Яҫауыл Баймалетдин Сиражетдинов.
2. Йөҙ башы Абдул-Насир Атйетәров.
3. Харунжий Шаһи-Әхмәт Хисаметдинов.
Шул ауылдан ат алырға аҡса биргәндәр:
1. Йөҙ башы Фәтҡулла Вәлиев
2. Йөҙ башы Мөхәмәтша Ихсанов
3. Харунжий Яхъя Бәширов.
Бынан тыш, Шишмә районы:
1. Үрге Таш ауылынан яҫауыл Абдрахман Абдулханов.
2. Новая ауылынан йөҙ башы Ҡәнзәфәр Вәлитов.
Бынан тыш:
1. Мәсетле районының Әлиғажай ауылынан йөҙ башы Әсфәндиәр Ҡаҙбулатов
2. Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылынан урядник Хисаметдин Абдулкәбиров.
Документтарҙа 1-се мишәр кантонына ҡараған ауылдарҙан 2-се мишәр алайында хеҙмәт итеп, Парижды яулауҙа ҡатнашҡан туғыҙ яугирҙең исеме бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың да ауылдарын асыҡлап булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, исемдәрен атап үтәйек.
1. Яҫауыл Абдрахим Мәмәдулин
2. Яҫауыл Әхмәт Абдулсәлимов
3. Яҫауыл Мөхәмәт-Вәли Хөсәйенов
4. Йөҙ башы Хәйбулла Мәхмүтов
5. Йөҙ башы Усман Тажитдинов
6. Харунжий Мөҡсин Батырбаев
7. Урядник Абдулйәлил Сәлихов
8. Урядник Абдулҡәҙир Сәйетбирҙин
9. Писарь Әхмәт Вәлишин.
Мишәрҙәр башҡорттар менән бер ауылда көн күргән, башҡорт алайҙарында ла бергә хеҙмәт иткән. Профессор Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең “Народы Башкирии в Отечественной войне 1812 года” тип аталған мәҡәләһендә был хаҡта бер нисә миҫал килтерә. Шуларҙың бер нисәһендә туҡталып китәйек. Мәҫәлән, Пермь губернаһы Шадрин өйәҙенә ҡараған ауылдарҙан 19-сы башҡорт алайында ла байтаҡ мишәр хеҙмәт иткән.
Усть-Багаряк олоҫоноң Новая ауылынан:
1. Абдулғәзиз Сәйетйәүһәров
2. Ғәлиәкбәр Зөлҡәрнәев
3. Әҙеһәм Абдулнасиров
4. Абдулхалиҡ Рәсүлев
5. Сәйфулла Сәйфөлмөлөков
6. Әбүзәр Абдуллатифов
7. Кинйәбулат Кинйәбаев
8. Ниғмәтулла Сәйфуллин
9. Ғирфан Сәйетов.
Барҙа районының Нижняя ауылынан:
1. Сәйфетдин Абдулманнанов
2. Сиражетдин Хисаметдинов
3. Нағафер (бәлки Йәғәфәр) Сабитов
4. Абдулхалиҡ Сәйфуллин
5. Әхмәр Йомаҡаев
6. Яҫауыл Абдулғәзиз Шиғаев
7. Яҫауыл Ильяс Шәмсетдинов.
Уҫа районының Усман ауылынан:
1. Хәбибулла Фәйзуллин
2. Абдулвахит Рәхимҡолов
3. Сабит Ғәбитов.
Уса районының Ҡыҙылбай ауылынан:
1. Йыһанша Ғәҙелшин
2. Сөләймән Байбулатов
3. Сәйетбаттал Ильясов
4. Сәйетборхан Ғәйетмәмбәтов
5. Абдулҡәҙир Абдулмәләмов
6. Абдулкәрим Әбделмөьминов
7. Абдулҡағир Апышев (бәлки, Янышев).
Тирҫән олоҫо Тирҫән ауылынан:
1. Бикташ Сәлихов
2. Мостафа Мөслимов
3. Сәғетдин Сәйфуллин
4. Абдулкәрим Ҡасимов
5. Нәзир Мансуров
6. Сәйетғәфәр Абдулгәрәев
7. Сәйетбаттал Сәйетов
8. Сәйфөлмөлөк Тайсынов
9. Абдуллатиф Айышев
10. Мөхәмәтғәли Ҡарабаев
11. Сәйет Мәхмүтов
12. Зөлҡәрнәй Зөбәйеров.
Иҫке олоҫоноң Иҫке ауылынан:
1. Ғөбәйҙулла Ғәҙелшин
2. Яйсан Ишәйев
3. Абдул-Кәрим Шамәмәтов
4. Әлмөхәмәт Сабраев
5. Тәминдәр Сәйетов
6. Мөхәмәт-Әмин Ғөзәйеров
7. Мунай Фәйзуллин
8 Ғималетдин Мәхмүтов
9. Абдулхәсән Абушмин
10. Бахтыбай Миңлебаев
11. Ишмөхәмәт Мәхмүтов.
Сибирка ауылынан:
1. Сибрәй (бәлки Сирбай) Сәйҙәшев
2. Хәбибулла Бураков
3. Сәйетбаттал Йосопов
4. Иҙрис Абдулҡәҙиров
5. Абдуллатиф Әбишев.
Атап үткән исемдәр Пермь крайында көн күргән башҡорттарға һәм мишәрҙәргә барып етер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Башҡортостанда йәшәгән мишәрҙәр йылдан-йыл ишәйә барған. Раил Кузеевтың “Башҡорт халҡының тарихи этнографияһы” тип аталған хеҙмәтендә (Өфө, 2009 йыл) түбәндәге һандар килтерелә:
Йылдар Мишәрҙәр һаны
1743 10,1 мең
1782 28,7 мең
1794 — 1795 46,3
1841 — 1842 72,5 мең
1850 — 1851 10,5 мең
1856 110,6 мең
1912 150,9 мең
1926 136,0 мең
“Башҡортостан энциклопедия”һында ла ошо уҡ һандар килтерелә (“Б.Э.”, 4-се том, 2008 йыл, 335-се бит). Тик унда 1794 йылда Башҡортостанда 46,3 мең түгел, ә 43,3 мең мишәр йәшәгән тип әйтелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1926 йылда СССР халыҡтарының иҫәбен алғанда ниндәйҙер сәбәп арҡаһында мишәрҙәрҙе татар тип яҙҙырғандар, ләкин, бик күп йылдар үтһә лә, улар милли үҙаңын юғалтмаған. Быны Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе В. Мостафиндың “Йәшлек” гәзитендәге “Милләтебеҙҙе тергеҙәйек” тип аталған мәҡәләһенән белергә була. “Мишәр халҡы борон-борондан ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу, бөйөк халыҡ булған. Уның яҙмышы үтә лә аяныслы һәм фажиғәле. Мишәрҙәрҙең үҙ мәҙәниәте, теле, тарихы булған һәм бар... Барса мишәр балалары, ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ милләтен белә”, — тип яҙған автор. Ул хаҡлылыр. Үҙе мишәр милләтенән булараҡ, был мәсьәләне яҡшыраҡ беләлер.
(Аҙағы. Башы 134-се һанда).Әхмәт-Гәрәй ЙӘНҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.