Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана29.10.2026

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Волга буйы транспорт прокуратураһы Өфө аэропортында тотҡарланған авиапассажирҙарҙың хоҡуҡтарын күҙәтә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 октябрҙә төрлө сәбәптәр менән Өфө, Ҡазан, Яр Саллы, Түбәнге Новгород һәм Һамар аэропорттарында рейстар тотҡарланған.

Өфө аэропортының онлайн-таблоһы мәғлүмәттәре буйынса (29 октябрҙә 12.16 сәғәткә ҡарата), бөгөн осоштар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерелгән сикләүҙәргә бәйле Сочи, Екатеринбург, Ханты-Манси, Мәскәү, Краснодар, Сорғот, Ҡазан, Санья, Ташкент, Бованенково, Салехард, Төмән йүнәлештәре буйынса самолеттар ҡабул итеү һәм осороу тотҡарлана.

Аэропорттарҙа транспорт прокурорҙары авиакомпанияларҙың пассажирҙарҙың хоҡуҡтарын үтәүен һәм уларға ваҡытында хеҙмәт күрһәтеүен контролдә тота. Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторолған. Хоҡуҡтар яҡланмаған осраҡта пассажирҙар +7 (910) 796-59-45 номеры буйынса Волга буйы транспорт прокуратураһының дежур прокурорына мөрәжәғәт итә ала.



Вернуться назад