Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Бөгөн Стәрлетамаҡҡа сираттағы БПЛА һөжүме кире ҡағылды. Был хаҡта ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, Оборона министрлығы һәм «БАРС» көстәре менән 8 пилотһыҙ осоу аппараты юҡ ителгән. Уның өлөштәре бер предприятиеның биләмәһенә төшкән.
«Бер аҙ зыян килтерелгән, завод штат режимында эшләй», — тип хәбәр итте ҡала башлығы.