Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде28.10.2026

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары аэропорттарҙа, вокзалдарҙа һәм станцияларҙа законһыҙ рәүештә такси хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе тыйған закон ҡабул итте.

Хәҙер пассажирҙар мобиль ҡушымта аша йәки махсус стойкаларҙа такси саҡырта ала.

Властар закон боҙоусылар өсөн штраф күләмен билдәләргә әҙерләнә. Әткәндәй, Мәскәүҙә бындай таксистарға 5 мең һум штраф һалына. Ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереү һәм махсус тикшереүҙәр ойоштороу бурысы республиканың Транспорт министрлығы хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелә.

Бынан алдараҡ Рәсәйҙә туҡталыштарҙа тәмәке һатыу тыйылғайны.



Вернуться назад