Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана27.10.2026

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — Фукуок маршруты буйынса осоштар программаһын асты.

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Сәйәхәтселәр өсөн заманса киң фюзеляжлы Airbus A330-300 лайнерҙары эшләй. Көньяҡ-көнсығыш Азияның иң хозур утрауҙарының береһенә тиклем осоу ваҡыты – 9 сәғәт 35 минут.

Тура авиабәйләнеш Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәргә үҙҙәренең аҡ ҡомло пляждары һәм матур бухталары менән билдәле популяр курортҡа күсеп ултырмайынса барып етергә мөмкинлек бирәсәк.



Вернуться назад