Байрамса биҙәлгән поезд республиканың ике ҡалаһында туҡтай.

Рәсәй тимер юлдары ағымдағы йылға Ҡыш бабай поезының маршрутын иғлан итте. Поезд 8 ноябрҙә Бөйөк Устюгтан сәйәхәткә сыға. Ике ай эсендә поезд Рәсәй ҡалаларында 66 туҡталыш яһай.
Шулай итеп, беренсе булып составты Инта ҡалаһында ҡаршылайҙар. Өфөгә поезд 10 декабрҙә килә, 11 декабрҙә Туймазыла туҡтай. Яңы йылды Ҡыш бабай поезы командаһы Ярославлдә, ә Раштыуаны Санкт-Петербургта ҡаршылай. Мәскәүҙә тылсымлы состав һәр ваҡыттағыса ике көнгә – 2 һәм 3 ғинуарҙа туҡтала. Программа 9 ғинуарҙа Бөйөк Устюгта тамамлана.
Быйыл төп яңылыҡ – Рәсәйҙең Төньяғы һәм Поляр аръяғы буйлап ҙур сәйәхәт. Ҡыш бабай поезы тәүге тапҡыр Инта, Лабытнанги, Воркута, Усинск, Печора, Сыктывкар, шулай уҡ Яңы Уренгой һәм Ноябрьск ҡалаларына килә.