Республикала ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәртә27.10.2026

Республикала ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана, тип иҫкәртә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Шулай уҡ төндә һәм иртәгә иртәнсәк томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк. Томан ваҡытында түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур: йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға; транспорт водителдәренә хәрәкәт тиҙлеген кәметергә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, тип иҫкә төшөрә ҡотҡарыусылар.



Вернуться назад