«Өфө» аэропорты көҙгө-ҡышҡы эш тәртибенә күсте26.10.2026

46 йүнәлеш һәм 6 меңдән ашыу осош планлаштырылған.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

25 октябрҙән Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты көҙгө-ҡышҡы эш тәртибенә күсте.

Киләһе миҙгелдә республика халҡына һәм ҡунаҡтарына 46 йүнәлеш буйынса даими рейстар ҡаралған: Рәсәй эсендә 24 маршрут һәм донъяның 12 иленә 22 халыҡ-ара маршрут.

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 34 авиакомпания, шуларҙың 18-е — Рәсәй, 16-һы сит ил авиакомпаниялары. Яңы теҙмәлә Өфө аэропортынан бөтәһе 6 меңдән ашыу осош ҡаралған.



Вернуться назад