Үрге Йәркәйҙең үҙәк урамында урынлашҡан “Тәүбә” мәсетен төплө белемле, тиҙ арала абруй яулаған имам-ахун Рөстәм хәҙрәт Абушахмин етәкләй. Рөстәм хәҙрәт — шәриғәт талаптарын теүәл үтәп, барыбыҙға ла өлгө булған тырыш, сабыр, тәүәккәл һәм көндәлек эшмәкәрлеген мәхәллә халҡы менән кәңәшләшеп эш иткән имам. Ул йәше, ҡарты һәм балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба. Мәсеттә биш тапҡыр намаҙ уҡыла, 10-14 йәшлек балаларыбыҙ ҙа ҡулына Ҡөрьән ала, намаҙға баҫа. Төрлө дини байрамдар (ифтар мәжлестәре, Ҡәҙер кисәләре, Ҡорбан ғәйеттәре) үткәрелә. Мәктәптәр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Һәр аҙнаның йомаһы айырыуса йәмле була — йома намаҙҙары башҡарыла, бик күп никах уҡытыла. Яңы тыуған сабыйҙарға матур исемдәр ҡушыла. Ошо изге ғәмәлдәрҙең барыһы ла әҙәм балаларының күңеленә нур өҫтәй, насар ғәҙәттәрҙән арындыра, йәшәүгә дәрт-илһам бирә.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.