Башҡортостан Башлығы Ҡытайҙа чемпионатта еңеү яулаған иретеп йәбештереүсене бүләкләне26.10.2026

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы «Транснефть-Урал» компанияһының иретеп йәбештереүсеһе Ринат Изикаевты бүләкләне. Яҡташыбыҙ Рәсәйҙең иретеп йәбештереүселәре командаһы составында Ҡытайҙа Arc Cup International Welding Competition халыҡ-ара чемпионатында еңеү яуланы.

Фото: Скриншот | БР хөкүмәте оператив кәңәшмәһенең трансляцияһы

Юғары һөнәриоҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 6-сы разрядлы электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

«Ринат төбәк һәм федераль кимәлдә үҙенең оҫталығын күп тапҡыр раҫланы. Һис шикһеҙ, ошондай талантлылар, уңғандар һәм  илһөйәрҙәр республикабыҙҙың нигеҙе булып тора», – тип билдәләне Радий Хәбиров награданы тапшырған саҡта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Ринат Ҡытайға чемпионатҡа юллама алғайны. Ул ваҡытта яҡташыбыҙ икенсе урынды алды. Изикаев «Транснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Транснефть-Урал»а кционерҙар йәмғиәте филиалы идаралығында эшләй.



Вернуться назад