Надин-Мвафак-Кахтан-Давуд һәм Дакар: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы республикала донъяға килгән сабыйҙарҙың популяр һәм һирәк осраған исемдәре исемлеген яңыртты.
Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр: Анабелла, Надин-Мвафак-Кахтан-Давуд, Седа, Инзирә һәм Святослава. Малайҙар араһында: Райхан, Илдус, Муса, Дакар һәм Сайхан.
Башҡортостанда ҡыҙ балаларға йышыраҡ Амелия, Йәсминә, Эмилия, София һәм Ева тип ҡушалар. Малайҙарға Әмир, Эмир, Тимур, Мирон һәм Михаил тигән исемдәр һайлай.