Баланы биләүҙән тәрбиәләү шарт11.07.2012
Мин — оло йәштә. Ашары ашалған, күрәһе күрелгән, тигәндәй, тыныс ҡына көн итеүемде теләп ятырға ла бит, юҡ шул. Донъя һәм ил күләмендәге сыуалыштарҙың артыуы тынғы бирмәй. Тыуған илебеҙ — Рәсәй. Ул Европа һәм Азия ҡитғаһында урынлашып, Төньяҡ Боҙло океандан Кавказ тауҙарына һәм Балтик диңгеҙенән Тымыҡ океанға тиклемге арауыҡты биләй. Ошондай ҙур майҙанлы илебеҙҙә ни бары 142 миллион кеше йәшәүе күптәрҙе борсой торғандыр. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, 1992 йылдан алып тыуымға ҡарағанда үлем артты. Әйтәйек, илдә йыл һайын 1 миллион 200 мең самаһы бала тыуһа, вафат булыусылар 1,7 тапҡырға күберәк. Ғүмер оҙонлоғо ла ҡәнәғәтләнерлек түгел. Мәҫәлән, 1992 йылға тиклем ир-аттың ғүмер оҙонлоғо уртаса 67,9 йәш булһа, әле — 59,9. Ил халҡының байтағы пенсияға ла сыҡмайынса яҡты донъя менән хушлаша. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ир-аттың 700 меңе самаһы төрмәлә ултыра икән. Ә унан кемдәр сыға һуң? Инвалид булып йә булмаһа ғаилә ҡороп, бала бағып йәшәргә ынтылмаусылар. Был да тыуымға кире йоғонто яһай. Төрлө сәбәптән вафат булыусыларҙың көндән-көн арта барыуы ла аяныслы. Юлдағы фажиғәләр, янғын, һыу баҫыу, эскелек, наркомания, суицид һәм башҡа кире күренештәр үлем күрһәткесен арттыра. Йыл һайын яңы тыуған балаларҙың 20 процентының ғына һау-сәләмәт булыуы бөтәбеҙҙе лә борсорға тейеш. Эшһеҙлек йәш ғаиләләрҙе бала табып, тәрбиәләүҙән ситләштерә. Етмәһә, аҙыҡ-түлеккә, донъя көтөү өсөн кәрәк-яраҡҡа хаҡтарҙың туҡтауһыҙ күтәрелеүе лә бала табыуҙы кисектерергә мәжбүр итә. Бынан тыш, йәш ғаиләләр өсөн йорт һалыу, ә ҡалаларҙа фатирлы булыуҙың көс етмәҫлек сығым талап итеүе ҡотто ала. Ошондай хәлдәр дауам итһә, өс баланың икәүһе хәйерселектә йәшәүен көт тә тор. Улар тейешле тәрбиә һәм белем ала алмайынса ил буйынса эшһеҙҙәр, наркомандар, кеше елкәһендә йәшәүселәр һәм енәйәтселәр һанын арттырасаҡ. Әле илдә ата-әсә ҡарауынан ҡалған ике миллион самаһы бала иҫәпләнә, тиҙәр. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күбәйгәндән-күбәйә. Рәсәйҙең суицид ҡылыу буйынса алдынғы илдәрҙең береһе булыуын да хәүефләнеп еткерәләр. Заман афәтенең һуғыш һәм енәйәткә ҡарағанда ла күберәк үҫмерҙәрҙе һәләк итеүе борсой. Үҙ-үҙенә ҡул һалыуға мәжбүр иткән сәбәптәр байтаҡ. Мәҫәлән, ғаиләләге ығы-зығы, эшһеҙлек һәм башҡалар кешене ошо ҡот осҡос аҙымға этәрә.
Донъя көтөү борон-борондан еңел булмаған. Әле ауылдарҙағы эшһеҙлек йәшәйешебеҙҙә кисерә алмаҫлыҡ хәлгә дусар итә. Егет һәм ҡыҙҙар, эш эҙләп, сит яҡтарға китә. Ике-өс, хатта дүрт-биш балалы ата-әсә сараһыҙҙан ни эшләргә лә белмәй. Уҡыу йәшендәгеләрҙе мәктәпкә әҙерләргә, кейем-һалым, уҡыу кәрәк-ярағы һәм ашатырға ла кәрәк. Ауыл халҡы балаларын ташлап бер ҡайҙа ла китә алмай, етешһеҙ тормошта йәшәүгә дусар. Бындай шарттарҙа йәштәр ғаилә ҡороп, бала бағып йәшәргә теләмәй. Эшһеҙлек урындарҙа төшөнкөлөккә бирелдерә, хәмер менән дуҫлаштыра, ә был милләтебеҙҙең генә түгел, барса халыҡтың кәмеүенә килтерә. Әле илдә йылына йән башына 15 литр араҡы ҡулланылыуы тетрәндергес хәл. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем 20 миллион рәсәйле алкоголизм сиренән яфаланһа, әле улар биш тапҡырға артҡан тип фаразлана. Ошондай хәлдә ғаиләләр тарҡала, йәш парҙар кәмей. Бындай күренеш милли генофондты юҡҡа сығарыуы ихтимал. Диспансерлаштырыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, балаларҙың 34 процентының ғына һау-сәләмәт булыуы асыҡланған. Ауылдарҙа иһә йәштәрҙең 29 процентының ғына һаулыҡ торошо һәйбәт икән. Был, минеңсә, үҙгәртеп ҡороуҙың “емештәре”. Элек ауылдарҙа уҡытыусыларҙың мәҙәни эште алып барыуы уңышлы аҙым ине. Араҡы йәки һыра һемереү йәштәрҙең уйында ла булманы. Һәр ауылда комсомол ойошмаһы, депутаттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм иптәштәр суды эш алып барҙы. Ошондай төптән уйланылған алымдар ыңғай һөҙөмтәһен бирҙе. Мәктәп уҡыусылары һәр аҙнала ата-әсәләре эшләгән һөтсөлөк фермаһында мал ҡураларын таҙартышыр ине. Хужалыҡ етәкселәре балаларға файҙалы хеҙмәте өсөн бүләктәр биреп шатландырҙы.
Мин Төпсәндә 45 йыл уҡыусыларға тәрбиә бирҙем. Мәктәп баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерҙек һәм уны һатып балаларға уҡыу йылына етерлек кәрәк-яраҡ ала инек. Йәй дарыу үләндәре йыйҙыҡ. Металл һыныҡтары тапшырып та аҡса тупланыҡ һәм мәктәпкә бильярд, шахмат һәм шашка һатып алдыҡ. Уҡыу йылы барышында бушлай йылы аш ашата инек. Мораҡтың 53-сө дарыуханаһына ҡайын бөрөһө тапшырып дан яуланыҡ. Бынан тыш, балалар менән картуф, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп мәктәптең кәрәк-ярағы өсөн аҡса тупланыҡ. Ғөмүмән, мәктәбебеҙ башланғыс ҡына булһа ла, файҙалы күп эш башҡарҙы
Баланы биләүҙән тәрбиәләргә кәрәк, тигән ата-бабаларыбыҙ. Үҫмер саҡтағы тәрбиә әһәмиәтен ҡартайғас та юғалтмай. Уҡыусыларымдың күбеһе тыуған төйәгендә ғаилә ҡороп, бала бағып, шатландырып йәшәй. Хатта уларҙың ҡайһы берҙәренең балаларына белем биреүгә лә өлгәштем. Иң тәүге уҡыусыларымдың күптәре хәҙер хаҡлы ялда, йыш ҡына осрашып торабыҙ.
Колхоз һәм совхоздарҙы бөтөрөү халыҡты эшһеҙ ҡалдырыуға, ғаиләләрҙе тарҡатыуға килтерҙе. Фермер хужалыҡтарын булдырыу һәйбәт, әммә улар ғына халыҡты эш менән тәьмин итә алмай. Ә һәр кем фермер була аламы һуң?
Йәшәү шарттарының тейешле кимәлдә булмауы ла ауырыу балалар тыуыуҙы арттыра. Статистика буйынса, 100 баланың 20-һе генә һау-сәләмәт тыуа, тиҙәр. Был үҙе үк саң ҡағырлыҡ мәсьәлә, сөнки йәштәр эшһеҙлектән ни эшләргә белмәй тапҡан-таянғанын хәмергә тыға. Ә эскән кешенең донъяһы теүәл, диңгеҙ тубыҡтан, йәғни енәйәт ҡыла, урлаша, һуғыша йә үҙ-үҙенә ҡул һала. Бындай күренеш етәкселәрҙе артыҡ тетрәндермәй кеүек. Күптәр алйоттар ғына эсә, ә аҡыллылар эсмәй, тип ҡул ғына һелтәй.
Мәғариф өлкәһенә килгәндә лә ауыл балаларына юғары белем алыуы ауыр. Белем алыу түләүле, осон-осҡа ялғап йәшәгән ата-әсә балаһын уҡыта алмай. Шуға ла йәштәр эш эҙләп ҡалаға ынтыла.
Һуңғы йылдарҙағы статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, иҫең китерлек. Ғаиләлә балаларға ҡарата ҡаты бәғерлелек хөкөм һөрә. Ҡарауһыҙ ҡалған балалар, егет-ҡыҙҙар ололар тарафынан яҙыҡ юлға баҫа. Ил буйынса фәхишәлек һәм бүтән төрлө енәйәтсел “эшҡыуарлыҡ” сәскә ата.
Борон-борондан ата-бабалар, ырыуҙарға берләшеп, ауылдарға нигеҙ һалып, ғаилә ҡороп, ер эшкәртеп, малсылыҡ, һунарсылыҡ, урмансылыҡ менән шөғөлләнеп йәшәргә ынтылған. Һәр халыҡ үҙ биләмәһендә тәбиғәт шарттарына таянып эш иткән. Уларға ил хужалары сит-ят илдең йәшәү алымдарын көсләп таҡмаған. Бөгөн беҙ үҙебеҙсә түгел, ә Европа илдәре йәиһә Америка Ҡушма Штаттары өлгөһөндә йәшәп, үҙ аҡсабыҙҙы онотоп, долларға өҫтөнлөк бирә башланыҡ. Элек йәштәргә дөрөҫ юл һайларға мөмкинлек ҙур ине, әле иһә башҡаса.
Ата-әсә балалары һайлаған уҡыу йорттарында уҡыған өсөн аҡса түләй алмай. Ә ХХI быуат — фәнни-техник үҫеш заманы. Шуға күрә тәү сиратта белемле һөнәрмәндәр әҙерләү бурысы тора. Улар ғына яңы төр машиналар, технологиялар эшләй, ижад итә ала. Был барыбыҙға ла мәғлүм. Илебеҙ фәнни-техник цивилизация ишеге төбөндә ҡалырға теләмәһә, кисекмәҫтән йәштәрҙең, бигерәк тә ауылда йәшәгәндәренең, юғары һөнәри белем алыуына киң юл асылырға тейеш. Минеңсә, ауыл ерҙәрендә буласаҡ ғалимдар, етәкселәр, һөнәрмәндәр аҡса юҡлыҡтан уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Хөкүмәт етәкселәре йәштәрҙе бәхетле, белемле, иленә тоғро хеҙмәт итерлек итеп тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш тә, бурыслы ла. Бәхетле һәм берҙәм ғаилә генә ҡеүәтле. Рәсәйҙең бай ил булыуын башҡа илдәр ҙә яҡшы белә, күҙҙәре ҡыҙа. Шуға күрә яйлап хәмергә сумырып, наркотиктар менән “һыйлап”, йоғошло ауырыуҙар таратып яулап алырға ынтыла. Ә быға беҙ юл ҡуймаҫбыҙ!
Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.


Вернуться назад