Ҡоштар йылы яҡҡа китергә әҙерләнә.
«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында билдәләүҙәренсә, быйыл йәш ҡоштар күберәк. Хәҙер күлдең көнбайыш ярында 276 аҡҡош ял итә, улар араһында 63 йәш ҡош бар. Сағыштырыу өсөн: былтыр көҙ һыу ятҡылығында 500 өлкән, 42 генә йәш аҡҡош иҫәпләнгән.
Бындай күренеш яҡшы экологик хәл тураһында һөйләй. Ышылдаҡ аҡҡоштарҙан тыш, бында ҡаңғылдаҡ һәм бәләкәй аҡҡоштарҙы осратырға мөмкин. Ай аҙағына ҡоштар тағы ла күбәйәсәк, тип өҫтәнеләр тәбиғәт паркында.
Ҡандракүл – республикала ҙурлығы буйынса икенсе күл. Йылы яҡтарға осоп барышлай ҡоштар ошонда туҡтай. Аҡҡоштар йылы яҡтарға ныҡлап ҡырау төшә башлағас, октябрь аҙағында — ноябрь башында ғына осоп китә.