Владимир Путин Башҡортостан спортсыһын бүләкләне22.10.2026

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәй президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Өфөнөң Октябрь районы физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Леонид Николаевич Ильин ҙур хеҙмәттәре өсөн «РФ атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

 

 



Вернуться назад