Яңы рәйес ойошманың 30-сы сираттан тыш конференцияһында һайланды.

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе итеп әлегә тиклем БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары булып эшләгән Юрий Мельников һайланды.
Бығаса төбәк профсоюздарын етәкләгән Гүзәл Мирошниченко үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.
Юрий Мельников 1976 йылдың 11 июнендә Күмертауҙа тыуған. Ырымбур дәүләт медицина академияһын, һуңғараҡ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын Күмертау үҙәк район дауаханаһының психоневрология диспансерында табип-психиатр булып башлай, ә һуңынан бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.
2008 йылдан 2016 йылға тиклем Мельников Күмертау психоневрология интернаты директоры була. 2016 йылдан алып БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары булып эшләй