Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән

Асҡар ауылынан МХО ҡатнашыусыһы «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» каналы хәбәр итә.
«Асҡар» бала саҡтан хәрби булырға хыялланған. Яҡташыбыҙ 1995-1997 йылдарҙа Хабаровск крайында хеҙмәт иткән, ә 2026 йылдың апрелендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.
Фронтта яугир взвод командиры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта яраланғандан һуң госпиталдә дауалана. Мөмкинлек килеп сығыу менән яңынан сафҡа баҫырға ниәтләй.
Өйҙә хәрби хеҙмәткәрҙе ҡатыны һәм биш балаһы көтә. Алғы һыҙыҡта «Асҡар» ҡыҙы төшөргән һүрәтте талсым итеп һаҡлап йөрөтә.
Бынан алда Әбйәлил районының Асҡар мәктәбендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштерелде.