Ауыр ваҡытта һеҙҙең менән бергәбеҙ10.07.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Краснодар крайы губернаторы Александр Ткачевҡа ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
“Башҡортостан Республикаһы исеменән һәм шәхсән үҙемдән һыу баҫыу һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләре, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡот осҡос һәләкәт тураһындағы хәбәр республикабыҙ халҡын тетрәндерҙе. Ошоға бәйле ауыр хис-тойғоларҙы ябай һүҙ менән әйтеп биреүе мөмкин түгел.
Матәм көндәрендә барлыҡ Краснодар халҡы, бөтә Рәсәй менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Сәләмәтлегенә зыян килгәндәрҙең тиҙ арала һауығыуын, стихия ҡазаһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә батырлыҡ һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ”, — тиелә Президенттың телеграммаһында.