Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә20.10.2026

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ағас эшкәртеү компаниялары һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен законһыҙ мәшғүллектән сығарырға ниәтләйҙәр. Тап ошо өлкәләрҙә легаль булмаған эшселәр бик күп. Республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов Легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия ултырышынан һуң ошо турала белдерҙе.

«Ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә эш алып барабыҙ, хоҡуҡ боҙоусылар өсөн бер ниндәй ҙә «ташламалар» юҡ. Бик ҡатмарлы мәсьәлә, әммә рәсми рәүештә эшләү хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, уларҙың эш биреүселәре өсөн дә күпкә отошлораҡ һәм хәүефһеҙерәк», – тип билдәләне ул.

Йыл башынан алып республикала йәмғеһе 24 меңдән ашыу кеше күләгәле мәшғүллектән сыҡҡан. Сағыштырыу өсөн, июлдә был һан яҡынса 7 мең эшсе тәшкил иткән.




Вернуться назад