Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған20.10.2026

Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Фото: Диана Менг | Ҡалтасы районының йәштәр сәйәсәте комитеты хеҙмәткәре

Ҡалтасы районынан Эльвира һәм Илдар Хафизовтар ғаиләһендә һигеҙенсе бала донъяға килгән. Малайға Алламир тигән үҙенсәлекле исем ҡушҡандар. Улдарының тәүге документын ата-әсә райондың ЗАГС бүлегендә тантаналы шарттарҙа алған.

Ғаилә башлығы Илдар Хафизов – демобилизацияланған МХО яугире, хәрби хәрәкәттәр ветераны, әүҙем йәмәғәтсе һәм МХО ветерандары ассоциацияһы ағзаһы. Шуға күрә Шайморатов исемендәге штаб вәкилдәре лә ата-әсәне бәхетле көндәре менән ҡотларға килде, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Семен Цедилкин.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың Федоровка районынан Вәлиәхмәтовтар ғаиләһендә етенсе бала тыуыуы билдәле булды.



Вернуться назад