Көнсығышта елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

БР буйынса Ғҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе тәүлектә аҙ болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3-8 метр, көнсығышта секундына 18 метрға етеүе мөмкин.
Һауа температураһы төндә -4, +1°, көндөҙ +9, +14°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.
Өфөлә лә аҙ болотло. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә 0° тирәһе, көндөҙ +10, +12°.