Өфө ҡыҙы Сеулда уҙған гүзәллек конкурсында еңеү яуланы20.10.2026

13-18 октябрҙә Сеулда Азия континенты моделдәре араһында Miss Asia Awards-2026 халыҡ-ара модель премияһы үтте.

Фото: Джозеф Ким | «Башинформ» өсөн ойоштороусыларҙан

Луиза Закирйәнова «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, Рәсәй исеменән «Башҡортостан һылыуы-2025» конкурсы еңеүсеһе Лина Закирова сығыш яһаны. Ҡыҙға 23 йәш, ул юрисҡа уҡый. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Лина конкурста еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Проектта Ҡытай, Япония, Малайзия, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Монголия, Таиланд һәм Рәсәй ҡыҙҙары ҡатнашты.

Һылыуҡайҙар милли кейемдәрен, ижади номерҙарын күрһәтте, шулай уҡ киске күлдәктәрҙә сығыш яһаны.



Вернуться назад